6 декабрь, Шишәмбе

15 август 2016 йыл, 11:22

Белорет һәм Әбйәлил райондарында «Урал легендаһы» туристик кластеры булдырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында 2015-2016 йылдарҙа «Морат» тау саңғыһы үҙәген төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе тикшерҙе.

Ошо ваҡыт эсендә хужалыҡ һәм административ-көнкүреш комплексы файҙаланыуға тапшырылған, туҡталҡа эшләнгән, хеҙмәттәр түләү өсөн өҫтәмә терминалдар ҡуйылған. 2012 йылдан алып комплексты төҙөкләндереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 713 миллион һум аҡса бүленгән.

Комплексты ҡарап сыҡҡандан һуң, төбәк етәксеһе Башҡортостанда туризмды үҫтереү мөмкинлектәренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластер төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Ул Белорет һәм Әбйәлил районы курорттарын берлектә, шул иҫәптән шәхси инвестициялар йәлеп итеү иҫәбенә үҫтереүҙе күҙ уңында тота. «Морат», «Абҙаҡ» һәм «Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорттары кластерҙың нигеҙе булырға тейеш.

– Республиканың «Урал легендаһы» тигән исем аҫтындағы тау курорттары – бик кәрәкле идея. Беҙ, һис шикһеҙ, ошо йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ. Ҙур күләмдәге шәхси инвестиция йәлеп итәсәкбеҙ. Республика ҡаҙнаһы, бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә нигеҙ һалдыҡ. Һәйбәт база булдырылған. Хәҙер шәхси инвестор йәлеп итергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Әммә 2025 йылға тиклем «Урал легендаһы» исемле заманса ҡыҙыҡлы кластер әҙер булыр, тип уйлайым. Уның төп һыҙаттары 2017-2019 йылдарҙа уҡ билдәләнәсәк. Беҙ ошо йәһәттән яҡшы эшләйбеҙ, тип иҫәпләйем.

Республика Башлығы Белорет ҡалаһының инфраструктураһын үҫтереү кәрәклеген дә билдәләне.