11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2016 йыл, 10:10

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң белем биреү учреждениеларында булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе барышында ҡалалағы белем биреү учреждениеларының эше менән танышты.

Өфө дәүләт нефть техник университетында республика етәксеһе уҡыу йортоноң элекке китапханаһында урынлашҡан Йәштәр технопаркында булды. Уның концепцияһы былтыр хеҙмәт баҙарындағы хәлгә һәм белем биреүҙең яңы моделен булдырыу өсөн дәүләт күрһәтмәләренә бәйле әҙерләнгәйне.

Технопаркта кесе йәштән һәм вузға уҡырға ингәнгә тиклем үк талантлы инженерҙар эҙләү һәм уларҙы әҙерләү бара.

Бөбәк Башлығы үҙәктең концепцияһын хупланы. Корпусты төҙөкләндереү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн республика бюджетынан 110 миллион һум аҡса бүленде. 2015 йылдың октябрендә төҙөлөш эштәре башланды, быйыл йәй иһә бында тәүге һынау саралары үткәрелде. Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары үҙ йүнәлештәре буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн тематик кластарҙы йыһазландырҙы.

Рөстәм Хәмитов ошо уҡ бинала урынлашҡан Өфө дәүләт нефть техник университетының инжиниринг үҙәген ҡараны. Үҙәк эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – хәүефле производство объекттарына сәнәғәт хәүефһеҙлеге экспертизаһын үткәреү, ятҡылыҡтарҙы, транспортты әҙерләү һәм газ, нефть һәм нефть продукттарын һаҡлау объекттары буйынса проект-тикшеренеү эштәрен башҡарыу. Үҙәктең эшмәкәрлеге нефть һәм газ тармағында импортҡа бәйлелекте кәметеүгә йүнәлтелгән.

1957 йылда асылған М.Пинский исемендәге 83-сө лицей һигеҙ йылдан ашыу «мәктәп – вуз» форматында эшләй. Мәктәп тамамлаусылар, ҡағиҙә булараҡ, Өфө дәүләт нефть техник университетында һәм башҡа тармаҡ вуздарында белем алыуҙарын дауам итә.

Әлеге ваҡытта уҡыу йортон Өфө дәүләт нефть техник университетының Инженерҙар лицейы итеп үҙгәртеү концепцияһы әҙерләнгән. Ул Өфө һәм республика өсөн инженерҙар әҙерләүгә махсуслаша. Киләһе уҡыу йылында лицей нефть университеты менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә, программаға махсус курстар индерергә ниәтләй.

Республика Башлығы инновация кластарын ҡараны, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты.

Рөстәм Хәмитов 2003 йылда асылған Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Әлеге ваҡытта бында 19 белгеслек буйынса 4,5 мең студент белем ала. Баймаҡ һәм Ағиҙел ҡалаларында ике филиал эшләй.

Республика Башлығы белгестәр әҙерләү буйынса кластарҙы ҡараны, студенттар менән аралашты һәм колледж етәкселеге менән уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.