6 декабрь, Шишәмбе

12 август 2016 йыл, 17:30

Республиканан Силәбе өлкәһенә электричка йөрөйәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 18 августан республиканан Силәбе өлкәһенә көн һайын электричка йөрөй башлаясаҡ. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Дим — Аша — Кропачёво һәм кире йүнәлештә маршрут билдәләне. Димдән поезд киске 7-се 13 минутта ҡуҙғала һәм Силәбе станцияһына 10 тула 19 минуттан (урындағы ваҡыт) килеп етә. Кропачево станцияһынан поезд иртәнге 8 тула 7 минуттан ҡуҙғала, Димгә 12-се 29 минутта килеп етә.

Поездар дүрт вагондан тора, пассажирҙар күбәйгән осраҡта вагондар өҫтәләсәк, тип хәбәр иттеләр компанияла.