Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан журналистары халыҡ-ара тематикаға арналған конкурста ҡатнаша ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостандың йәш журналистары Рәсәйҙең халыҡ-ара эштәр буйынса советы конкурсында ҡатнаша ала. Бәйге «Интерфакс» мәғлүмәт агентлығы һәм «Россия в глобальной политике» журналы ярҙамында Рәсәйҙең Журналистар союзы, «Международная жизнь» журналы менән берлектә уҙғарыла. Приз фонды 250 мең һум тәшкил итә.

Конкурста илдәге баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкәсә штаттағы һәм штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. 2016 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Еңеүселәр «Аналитик мәҡәлә», «Интервью», «Репортаж», «Йәш журналист» (22 йәшкә тиклем) номинациялары буйынса билдәләнә. Быйыл «Мультимедиа» (аудио- һәм видео материалдар) тигән яңы номинация булдырылған.

Еңеүселәргә аҡсалата приздар һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырыла. Ғаризалар 2016 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт ойоштороусыларҙың сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть