Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарҙы йәрәбәгә саҡыра

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттарҙы йәрәбә һалыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Инорс һәм Нарыш һайлау округтары буйынса кандидаттар араһында түләүһеҙ баҫма майҙан һәм эфир ваҡыты бүленә.

16 августа киске сәғәт 5-тә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында барыһы өсөн дә эфир ваҡыты буйынса йәрәбә була. Гәзиттәрҙә урындар бүлеү төрлө ваҡытҡа тәғәйенләнгән. 2-се Инорс һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттар 15 августа көндөҙгө сәғәт 4-кә Үҙәк һайлау комиссияһына йыйыла. 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса күрһәтелгәндәр өсөн Йәрмәкәй районының (15 августа иртәнге сәғәт 10-да), Октябрьский ҡалаһының (17 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә), Туймазы районының территориаль һайлау округтарында (15 августа иртәнге сәғәт 11-ҙә) йәрәбә үткәреү урындары ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть