11 декабрь, Йәкшәмбе

12 август 2016 йыл, 14:07

Төбәктә нисә эшҡыуарҙың «һалым каникулдары» менән файҙалана аласағы иҫәпләп сығарылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда нисә эшҡыуарҙың «һалым каникулдары» менән файҙалана аласағы иҫәпләп сығарылды. Бәләкәй бизнесҡа һалымдың нуль ставкаһына мөмкинлек биргән республика законы бер йыл эшләй. Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығында билдәләүҙәренсә, сәнәғәт һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе тармағында тәүгә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарға ике йыллыҡ каникулдар ҡаралған. Льгота патент (аванс) йәки ябайлаштырылған системаны ҡулланған бәләкәй предприятиеларға бирелә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 айҙа республикала 15 меңгә яҡын эшҡыуар тәүге тапҡыр теркәлгән. Шуларҙан 470 предприятие патент буйынса нуль ставкаһын алған. Дөйөм алғанда, улар 8 миллион һумды экономиялаған.

«Парикмахерҙарға һәм косметологтарға — 245, репетиторҙарға — 51, тегеү оҫталарына — 38, фитнес-тренерҙарға 24 патент бирелгән. Уларҙың яртыһы тиерлек Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта теркәлгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығында.

Әлеге мәлдә ябайлаштырылған системаны ҡулланған 688 шәхси эшҡыуар тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Улар — ауыл хужалығында, мәғлүмәт технологиялары, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә эшләгән фирмалар, бөҙрәханалар һәм матурлыҡ салондары, event-агентлыҡтар (ял һәм күңел асыу). Һалымдарҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса льготаға эйә булыусыларҙың аныҡ һаны 2017 йылдың 30 апреленән һуң билдәле буласаҡ. Ошо ваҡытҡа һалым түләүселәр килемдәре тураһында отчет бирергә тейеш.