Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда көслө йәшен булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Уҙған төндә Башҡортостанда көслө йәшен йәшнәне. Өфөлә йәшәүселәр билдәләүенсә, ҡалала йәшен быйылғы ҡоро йәй өсөн айырыуса көслө булды. Күк күкрәүҙән машиналарҙың сигнализацияһы эшләп китте, хатта күҙҙәрҙе йомған килеш тә ялағай уйнауын һиҙергә мөмкин ине.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында төндә һәм иртән көньяҡ-көнбайыштан республиканың үҙәк өлөшөнә йылы фронт күсеүен раҫланылар. Өфөлә, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Бөрө, Архангел, Дүртөйлө райондарында йәшен йәшнәгән. Яуым-төшөм бик аҙ, йә иһә бөтөнләй булмаған. Яҡын көндәрҙә тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана, урыны менән йәшен йәшнәүе ихтимал, тип билдәләй Башгидромет белгестәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть