5 декабрь, Дүшәмбе

12 август 2016 йыл, 11:45

Өфөлә Сочиҙан килгән самолет осоу һыҙатынан ситкә ултырҙы

фото: Олеся Дудникова

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә Сочиҙан килгән самолет осоу һыҙатынан ситкә ултырҙы. Ошо хаҡта «Сочи — Өфө» рейсы пассажирҙарының береһе хәбәр итә.

«Был хас та кинолағы кеүек булды. Тәүҙә беҙ ҡала өҫтөндә осоп йөрөнөк, көслө йәшен арҡаһында ергә төшә алманыҡ, бер нәмә лә күренмәй ине. Һуңынан самолет түбәнәйә башланы, гөрһөлдәп ергә төштөк, тиҙлек юғары булғандыр, моғайын. Барыбыҙ ҙа бик ныҡ ҡурҡтыҡ», — тип яҙҙы Instagram сайтында Олеся Дудникова.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, иртәнге сәғәт 6-7 тирәһендә Сочиҙан килгән самолет яҡынса 400 метрға осоу һыҙатынан ситкә сыға. Самолеттан 118 кеше эвакуациялана, шуларҙың 29-ы — балалар, 8-е — экипаж ағзаһы. Зыян күреүселәр юҡ.