Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика артистары Һарытау өлкәһендә ауылдаштар байрамын ойошторорға ярҙам итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Шәмбе, 13 августа, Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылында тәүге тапҡыр «Йыйын» байрамы уҙғарыла. Бер урамдан торған башҡорт ауылы өсөн байрам ҙур ваҡиға буласаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һуңғы тапҡыр бында ошондай сара 1999 йылда үткәрелгән. «Йыйын»ға Башҡортостандан һәм Һарытау өлкәһенең башҡа райондарынан ҡунаҡтар киләсәк.

Республика вәкилдәре сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Байрамдың режиссеры — хореограф һәм режиссер Рәис Низаметдинов. Танылған йәш музыкант, «Ятаған» төркөмө лидеры һәм думбырасыһы Илдар Шакир оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

«Әле байрамға тулы әҙерлек бара. Сараның маҡсаты — аралашыу, шәжәрәне өйрәнеү. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ», — тип хәбәр итте Илдар Шакир.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть