Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостан» милли паркында туризмдан килгән килем ете тапҡырға артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Был миҙгелдә «Башҡортостан милли паркы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 3 миллион һум аҡса эшләгән — уҙған йылдағы менән сағыштырғанда ете тапҡырға күберәк. Ошо хаҡта милли парктың директоры Владимир Кузнецовҡа һылтанып РБК-Өфө хәбәр итә.

Етәксе әйтеүенсә, туристик хеҙмәттәр, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын, атап әйткәндә, бал һатыу, ғилми-методик документация әҙерләү, техниканы ҡуртымға биреү парктың төп килем сығанағы булып тора. Бынан тыш, «Башҡортостан» милли паркы республика ҡаҙнаһынан финанслана. 2016 йылда паркты финанслау күләме 50 процентҡа тиерлек артҡан һәм йылына яҡынса 30 миллион һум тәшкил итә.

Хәҙер «Башҡортостан» милли паркына йылына тиҫтә меңдәрсә кеше килә, тип яҙа баҫма.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть