Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рәсәй Президентының Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу буйынса саралар билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда Рәсәй Президентының 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу буйынса саралар билдәләнде. 11 августа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү буйынса юбилей сараларына әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн ойоштороу комитеты төҙөлгән, уның составы раҫланған. Ойоштороу комитетын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй.

2016 йылдың 1 ноябренә тиклем республика Хөкүмәтенә төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға, һәм уларҙы финанслау сығанағын билдәләргә ҡушылған.

2016 йылдың 1 декабренә тиклем муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү буйынса ойоштороу комитеттарын булдырырға, тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тәҡдим ителгән.

Указдың үтәлешен контролдә тотоу республика Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелгән.

Указ уға ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть