Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүсеһе Мексикала «Мисс фестиваль» исеменә лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина Мексикала «Мисс фестиваль» исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта социаль селтәрҙә артистка үҙе хәбәр итте.

«Таж Өфөгә юлланды! Башҡортостан, беҙ иң яҡшылары! Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблгә һәм «Арғымаҡ» этно-төркөмөнә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт!», — тип яҙҙы Миләүшә.

Башҡортостан артистары Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашты. Хәҙер улар Mexico Festival CIOFF мәҙәни форумы сиктәрендә Халыҡ-ара фольклор байрамында сығыш яһай. Майҙандарҙа Чили, Испания, Латвия, Мексиканың Веракрус һәм Сакатекас ҡалаларынан ижади коллективтар бар. Йола буйынса, барлыҡ халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә сибәрлеге һәм үҙ милләтен лайыҡлы күрһәтә белеүе буйынса «Мисс фестиваль» һайлана.

12 августа Кордоба ҡалаһында Мексикала Халыҡ-ара фольклор фестивален ябыу тантанаһы уҙа, һәм Башҡортостан делегацияһы Мехикоға юллана. Сара 14 августа Мексика Ҡушма Штаттарының баш ҡалаһында гала-концерт менән тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть