9 декабрь, Йома

11 август 2016 йыл, 16:56

Мария Мирова «Детская Новая волна 2016» конкурсында көсөн һынай

фото: Бәйләнештә

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Голос. Дети-2» телепроектында һәм Балалар Евровидениеһы милли һайлап алыу конкурсында ҡатнашҡан Мария Мирова (Мәләүез) «Детская Новая волна 2016» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә Рәсәй исеменән сығыш яһай. Финал 11,12 һәм 13 августа Ҡырымда «Артек» халыҡ-ара балалар лагерында уҙа.

Тәүге көндә Мария икенсе булып сәхнәгә сыға һәм Елканың репертуарынан «Летать», 12-дә «Грею счастье» йырҙарын башҡара. Гала-концерт 13 августа була.

«Конкурсҡа шатланып килдем: күптән үҙемде яңы кимәлдә һынап ҡарарға теләй инем. Репертуар һайлағанда тәү сиратта йырға, уның мәғәнәһенә иғтибар иттем. Һайлаған йырҙарымды дуҫтарым һәм яҡындарым хупланы. Дуҫтарымдың ижадыма битараф булмауына ҡыуанам! Бөгөн иһә барыһына ла уңыштар теләйем, көслө ҡатнашыусы еңһен», — тине Мария.

Бәйгелә ҡатнашыуҙан тыш, Мария Мирова тамашасылар һөйөүе призын да яулай ала. Бының өсөн йәш башҡарыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин.

темалар: мария мирова