4 декабрь, Йәкшәмбе

11 август 2016 йыл, 16:16

Рөстәм Хәмитов төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш тармағында эшләгән 50 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары һәм исемдәр менән билдәләнде.

Әле тармаҡта 80 мең кеше эшләй, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Бөгөн төҙөлөш тармағы торлаҡ төҙөү менән уңышлы шөғөлләнә. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында лидер һанала. Был – һәйбәт ҡаҙаныш. Артабан да ошо йүнәлештә эшләргә йыйынабыҙ. Быйыл 2,7 миллион квадрат метр йорт файҙаланыуға тапшырыла. Мөһим һандар – илдә бишенсе урын, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, республикала торлаҡ баҙары ипотека, торлаҡ төҙөү һаҡламы системаһы программаһы ярҙамында ла үҫешә. Мәҫәлән, 2016 йылдың 1 июненә яҡынса 16 миллиард һумлыҡ 11,5 мең ипотека кредиты бирелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән ике тапҡырға күберәк.

Алданған өлөшсөләр проблемаһы ла уңышлы хәл ителә. Бөгөнгә өс меңдән ашыу ғаилә фатир алған. Шул уҡ ваҡытта исемлектә тағы ла 650 кеше бар. 2017 йылдың аҙағынаса был мәсьәлә хәл ителергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе төҙөүселәрҙе социаль объекттар һалғанда айырыуса эштең сифатына иғтибар итергә саҡырҙы.

– Мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын сифатлы итеп төҙөргә кәрәк. Бында беҙҙең балаларыбыҙ уҡый. Беҙ улар өсөн яҡшы шарттар булдырырға бурыслы, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Беҙ төҙөлөшкә илке-һалҡы эшләүселәрҙе яҡын ебәрмәйәсәкбеҙ. Сөнки хәҙер кешеләр торлаҡ, социаль объекттар һалыуҙы ентекле күҙәтә.

Наградаларҙы тапшырып, республика Башлығы төҙөүселәргә яңынан-яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләне.