9 декабрь, Йома

11 август 2016 йыл, 15:10

Үҙәк һайлау комиссияһы киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан бүлеү буйынса сәйәси партиялар һәм Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә үткәрә.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында аңлатыуҙарынса, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй», «Рәсәй 24» телеканалдарында, «Юлдаш», «Спутник ФМ», «Рәсәй радиоһы», «Вести ФМ», «Маяк» радиоканалдарында түләүһеҙ эфир ваҡыты, «Истоки», «Ошмес», «Урал сасси», «Чолман» гәзиттәрендә бушлай баҫма майҙан бирелә. Йәрәбә һалыу 15 августа (баҫма киң мәғлүмәт саралары) һәм 16 августа (эфир ваҡыты) көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

7-се Салауат бер мандатлы һайлау округына һәм 8-се Стәрлетамаҡ бер мандатлы һайлау округына ингән территориаль һайлау комиссиялары төбәк баҫмаларында бушлай баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбәне 16 августа үткәрә. 17 августа 3-сө Өфө бер мандатлы һайлау округына, 4-се Благовещен бер мандатлы һайлау округына, 5-се Белорет бер мандатлы һайлау округына, 6-сы Нефтекама бер мандатлы һайлау округына ингән территориаль һайлау комиссиялары ошо уҡ принцип буйынса йәрәбә һала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.