8 декабрь, Кесе йома

11 август 2016 йыл, 14:30

Ауырғазы районында Рөстәм Хәмитов урып йыйыу эштәре барышын тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районына эш сәфәре барышында район үҙәге Талбазыла «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре барышын тикшерҙе.

Быйыл хужалыҡтың сәсеү майҙандары 56 818 гектар ерҙе биләй. Хужалыҡ етәксеһе Радик Рафиҡов әйтеүенсә, бөгөнгә 21,5 мең гектарҙа иген йыйып алынған, был пландың 38 процентын тәшкил итә. Һәр гектарҙан уңыш — 22,2 центнер.

Республика Башлығы «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативының быйыл март айында элекке ятаҡ урынында сафҡа индерелгән административ-етештереү комплексын да ҡараны. Комплекстың беренсе ҡатында магазин һәм кафе урынлашҡан, унда ауыл хужалығы кооперативының продукцияһы ла һатыла. Ҡалған ике ҡатты заманса ҡунаҡхана биләй.