3 декабрь, Шәмбе

11 август 2016 йыл, 13:41

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы үҙ проектын ҙур экрандарға сығара

фото: «Башҡортостан» ДТРК-һы

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Республика телевидениеһы тарихында тәүге тапҡыр «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы үҙ проектын ҙур экрандарға сығара. «Минең планетам — халыҡ планетаһы» Бөтә Рәсәй документаль кино фестивале «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты менән асыла.

Фестиваль 11-14 августа «Родина» кинотеатрында ойошторола. Тамашасыларға проекттың бер юлы дүрт серияһы тәҡдим ителә: «Шүлгәнташ», «Көньяҡ Уралдың тау сәнәғәте үткәне», «Ирәмәл тауы» һәм «Яҡтыкүл. Әбйәлил районы». Фестиваль Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Новосибирскиҙа һәм Өфөлә уҙа.

«Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» телеочерктар серияһы тамашасыларҙы төбәктең үҙенсәлекле матурлығы менән таныштыра. Быны төшөрөү өсөн ижади төркөм яңы техник мөмкинлектәрҙе файҙаланған.

«Был — беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс мәл, сөнки телерадиокомпаниябыҙҙың ижади емеше беренсе тапҡыр ҙур экрандарға сығарыла. Беҙ документаль кино форматында тәүге аҙым яһайбыҙ. Артабан ҡайһы йүнәлештә эшләргә кәрәклеген белеү өсөн тамашасыларҙың һәм профессионалдарҙың фекерен ишетке килә», — тип һөйләне проекттың авторы һәм алып барыусыһы Айгөл Кантюкова.

Проект өҫтөндә ҙур команда: автор һәм алып барыусы Айгөл Кантюкова, телеоператорҙар Олег Меньков һәм Андрей Шуняев, режиссер Эльвира Ким, тауыш режиссеры Миләүшә Ярышева, әҙәби мөхәррир Светлана Шипунова, водитель Ришат Зиннәтуллин эшләй.