4 декабрь, Йәкшәмбе

11 август 2016 йыл, 12:23

Мәләүез районында Иппотерапия үҙәге асыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәләүез районына эш сәфәре барышында Ҡаран ауылында «Толпар» ат спорты комплексында булды. Комплекс 1976 йылдан эшләй.

Бөгөн бында 99 йылҡы, шулай уҡ ете шәхси ат аҫрала. Комплекс биләмәһендә өс ат һарайы, манеж, спорт залы, административ корпус, манежға төкәтмә һәм ҡаҙанлыҡ бинаһы урынлашҡан.

Ун бер түңәрәк-секцияларҙа 100-гә яҡын бала шөғөлләнә, сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да килеүселәр бар. СССР-ҙа тәүгә ойошторолған пони-клуб үҫешә. «Толпар» спортсылары ил, республика һәм район кимәлендәге ярыштарҙа даими ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Республика Башлығы тренерҙар һәм балалар менән аралашты, комплексты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн адаптив төркөм эшләй, тип хәбәр итте «Толпар» ат спорты комплексы директоры Михаил Разорёнов. Рөстәм Хәмитов комплекста Иппотерапия үҙәген асырға тәҡдим итте. Белгестәр әйтеүенсә, уның уңышлы эшләүе өсөн медицина кабинетын, ял бүлмәләрен йыһазландырырға, ҙур булмаған манеж төҙөргә кәрәк.

Ат спорты комплексы капиталь ремонтҡа мохтаж, тип билдәләне Михаил Разорёнов. Республика Башлығы «Толпар» ат спорты комплексы етәкселегенән вольтижировка (ат спортының олимпия төрө) буйынса өҫтәмә бүлексә һәм Иппотерапия үҙәген асыуҙы иҫәпкә алып, реконструкция буйынса комплекслы тәҡдимдәр әҙерләүҙәрен һораны.

Бынан тыш, республика Башлығы фекеренсә, мәктәптәрҙә аттар менән факультатив дәрестәр индерергә кәрәк.

– Республикабыҙ илдә йылҡы һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Әммә аттар киң таралыш алмаған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн бер ҡасан да ат күрмәгән балалар күп. Ошо ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, тыуған төйәккә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү мөһим.

Районға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Ликом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Тамъян ауылындағы яңы төҙөлгән «Дуҫлыҡ» балалар баҡсаһында ла булды.