9 декабрь, Йома

11 август 2016 йыл, 10:08

Рөстәм Хәмитов: «Ауыл хужалығына булышлыҡ итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәләүез районында булды. Яңы Казанковка ауылында республика етәксеһе «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында урып йыйыу кампанияһы барышы менән танышты.

Быйыл хужалыҡтың сәсеү майҙандары 7 739 гектар ерҙе биләй, шуның 4 296 гектарын – иген, 1 975 гектарын мал аҙығы культуралары тәшкил итә. Хужалыҡ рәйесе Аҫылбәк Алмашев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта иген 3,5 мең гектарҙан йыйып алынған, гектарҙан уртаса уңыш 33 центнер тәшкил итә. Быға 900 тоннанан ашыу ашламалар комплексын ҡулланыу ҙа булышлыҡ иткән. Йыйылған уңыш хужалыҡтың иген келәтендә һаҡлана.

Предприятиеның машина-трактор паркында 100 берәмектән ашыу үҙйөрөшлө техника һәм автомобилдәр бар, улар даими яңыртыла. 2014-2015 йылдарҙа 60 миллион һумдан ашыу суммаға техника һатып алынған.

Төбәк Башлығы комбайнсылар менән аралашты, уларҙың эш күләме менән ҡыҙыҡһынды. Бер комбайнға уртаса 500 гектар һөрөнтө ер, йәғни көн һайын 20-25 гектар тура килә. Киләсәктә ошо майҙандарҙа һәр гектарҙан 37 центнер уңыш алырға ниәтләйбеҙ, тип хәбәр итте Аҫылбәк Алмашев.

«Дуҫлыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һөт етештереү менән дә шөғөлләнәләр. Хужалыҡта 1 400 башҡа яҡын эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 300 һыйыр, шулай уҡ аттар һәм һарыҡтар бар.

Республика Башлығы хужалыҡтың һөт цехын ҡараны. Унда килтерелгән һөт эшкәртелә һәм пастеризациялана, артабан Мәләүез, Күмертау, Ишембай ҡалаларының сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыла.

«Дуҫлыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда төбәк етәксеһе уларға уңыштар һәм миҙгелде уңышлы тамамлауҙарын теләне.

– Һеҙ һәйбәт хужалыҡта эшләйһегеҙ: ышаныслы иҡтисади нигеҙ, яҡшы мөмкинлектәр. Тырышырға, эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ауыл хужалығына булышлыҡ итеүгә килгәндә, күпме булдыра алабыҙ, шунса ярҙам итербеҙ. Был – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Дәүләт ярҙамынан тыш техника һатып алыу, уның паркын яңыртыу еңел түгел. Беҙ техника һатып алыуҙы субсидиялау программаһын ҡыҫҡартырға йыйынмайбыҙ. Яңы эш башлаған фермерҙарға ла булышырбыҙ.