8 декабрь, Кесе йома

10 август 2016 йыл, 17:52

Силәбе өлкәһендә байрамды башҡорт тирмәләре биҙәй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 19-20 августа Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районына 86 йыл һәм боронғо башҡорт ауылы Ҡоншаҡҡа 280 йыл тулыу билдәләнә. Ошо уңайҙан майҙанда тирмәләр ҡорола, милли аш-һыу әҙерләнә, халыҡтың этнографияһын сағылдырған күргәҙмәләр ойошторола. Тантанаға Башҡортостан ҡунаҡтарының һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәренең килеүе көтөлә.

Байрам уңайынан мәҙәни-спорт программаһы тәҡдим ителә. Райондың башҡорт коллективтарының сығышы, пляж волейболы, балалар өсөн мини-футбол буйынса ярыш, шулай уҡ уйындар, күңелле конкурстар, уйындар ҡаралған. Ҡоншаҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейы башҡорт ауылының тарихы тураһында күргәҙмә әҙерләй. Майҙансыҡта милли ризыҡтар тәҡдим иткән йәйге кафелар һәм буфеттар эшләйәсәк.

Сара барышында «Иң яҡшы ихата», «Хеҙмәт династиялары» конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк. Кисен байрам үҙәк майҙанда дауам итәсәк һәм йәштәр өсөн дискотека менән тамамланасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Ҡоншаҡ районының төп халҡы — башҡорттар. Улар халыҡтың яҡынса 60 процентын тәшкил итә. Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, 1736 йылда башҡорттар Ҡоншаҡ ауылына нигеҙ һала, бөгөн унда халыҡ һаны алты мең самаһы кеше тәшкил итә.