10 декабрь, Шәмбе

10 август 2016 йыл, 16:20

«Башҡортостан» ДТРК-ның ижади төркөмө — «Рәсәй патриоты» конкурсы еңеүсеһе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Башҡортостан» ДТРК-ның ижади төркөмө «Рәсәй патриоты» Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсында беренсе урын яуланы. «Айыуҙы уятыу. Икенсе ынтылыш» махсус репортажы өсөн яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Алина Каматова «Рәсәй — проблемалар һәм хәл итеү юлдары» номинацияһында дипломға һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Репортажда Башҡортостандың Урал аръяғы халҡына ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүҙәре хаҡында һүҙ бара. Кемдер эш эҙләп сит яҡтарға китә, кемдер килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләй.

«Был үҙенсәлекле конкурс, сөнки унда ебәрелгән эштәр илебеҙ тормошон ғына түгел, һәр кемгә ҡағылған мөһим һәм көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырырға тейеш ине. Ижади төркөм теманы һәр яҡлап аса һәм һығымта яһай алды, шуға күрә жюри беҙгә юғары баһа ҡуйҙы. Репортажды ҡыш көнө Баймаҡ районында төшөрҙөк. Коллегаларыма — идея авторы, директорыбыҙ Азамат Сәлиховҡа, милли тапшырыуҙар бүлеге хәбәрсеһе Закир Шәриповҡа, оператор Урал Шәриповҡа ҙур рәхмәт белдерәм», — тип һөйләне Алина Каматова.