6 декабрь, Шишәмбе

10 август 2016 йыл, 15:41

Баш ҡалала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы уҙа. Унда ҡатнашыусылар мохтаж балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм әйберҙәр килтерә ала.

Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм рәсем дәрестәре өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тотонолған булһа ла ярай. Улар инвалид, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, аҙ тәьмин ителгән ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларға тапшырыла.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған республика акцияһы 31 августа тамамлана.

Өфөлә мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм әйберҙәр һигеҙ адрес буйынса ҡабул ителә: СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1, тел.: 248-65-02; Үҙәк урам, 18, тел.: 281-80-35; Б.Хмельницкий урамы, 53, тел.: 283-95-11; Менделеев урамы, 136/2, тел.: 287-23-18; Ғафури урамы, 103, тел.: 250-77-00; Р.Зорге урамы, 31, тел.: 282-55-82; Б.Хмельницкий урамы, 68/1, тел.: 263-86-85; Цюрупа урамы, 102, тел.: 273-31-47.