3 декабрь, Шәмбе

10 август 2016 йыл, 15:02

Төбәктә үлем осраҡтары артҡан биш район аталды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында тәүге ярты йыллыҡта үлем осраҡтарының артыуы билдәләнгән биш районды атанылар. Улар — Балтас, Ғафури, Борай, Бүздәк һәм Шаран райондары. Аналитиктар әйтеүенсә, үлемдең төп сәбәптәре — халыҡтың ҡартайыуы, сәләмәт тормош алып бармау, эскелек, тәмәке тартыу, һимереү, аҙ хәрәкәт итеү, медицина ярҙамының сифаты түбәнәйеүе.

Өфө һәм Бөрйән райондарында, Ағиҙел, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында үлем күрһәткестәре түбән.

«Бөгөн эшкә һәләтле йәштә үлем күрһәткесен һигеҙ процентҡа кәметеүгә өлгәштек. Был беҙгә уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 707-гә күберәк ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе», — тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рөстәм Вәлиев.

Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһында үлем осраҡтарының 1,8 тапҡырға кәмеүе теркәлгән, был күрһәткес илдәгегә ҡарағанда 17,8 процентҡа кәмерәк.

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә, 1348 кеше — плюс 0,6 промилле, Рәсәй буйынса кире баланс — 0,5 промилле, тип билдәләне ведомство башлығы Әнүәр Бакиров. 2016 йылдың алты айында республикала 27 меңдән ашыу сабый тыуған.

темалар: һаулыҡ һаҡлау