4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2016 йыл, 13:47

Өфөнөң абруйлы конгресс майҙансығы булараҡ позицияһын нығытыу мөһим — Рөстәм Хәмитов

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө илдең алдынғы сәнәғәт, фәнни, мәҙәни, спорт үҙәктәренең береһе статусын нығытырға тейеш. Башҡортостандың баш ҡалаһына башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән туристар килһен өсөн ысын мәғәнәһендә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мөһим. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Вечерняя Уфа» гәзитенә биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

«Туристик инфраструктураны даими үҫтерергә, яңы ҡыҙыҡлы маршруттар, ял итеү урындары булдырырға кәрәк. Өфөнөң абруйлы конгресс майҙансығы, ҙур халыҡ-ара саралар үткәреү урыны булараҡ позицияһын нығытыу зарур. Әле үк аҙна һайын тиерлек әһәмиәтле симпозиумдар, форумдар ойошторабыҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.

2019 йылда баш ҡала йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын, 2020 йылда иһә Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. 2021 йылда «Апимондия» Халыҡ-ара умартасылар конкурсын үткәреү өсөн ғариза әҙерләнә. Съезға 110 илдән 10 мең ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

«Өфө илдә төҙөкләндереү, инфрастуктура торошо, дөйөм һәм экологик хәүефһеҙлек, йәшәү сифаты буйынса иң яҡшы миллионлы ҡала булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.