9 декабрь, Йома

10 август 2016 йыл, 12:32

Республикала ҡулланыусылар кредиты буйынса бурыс кәмегән, автокредит һәм ипотека буйынса артҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостан халҡының ҡулланыусылар кредиты буйынса түләнмәгән бурысы 1,4 процент пунктына кәмегән һәм 22,8 процент күрһәткесенә еткән (2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата — 24,2 процент). Был хаҡта Кредит тарихының милли бюроһы хәбәр итә. Кредит карталары өлөшөндә бурыс 0,3 процент пунктына — 28,4 процентҡа тиклем кәмегән.

Шуның менән бергә автокредит һәм ипотека буйынса түләнмәгән бурыс, киреһенсә, артҡан һәм 10,9 процент һәм 5,4 процент тәшкил иткән. Ике осраҡта ла үҫеш — 0,4 процент пункты.

Кредит тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ярты йыллыҡта бурыстар арта, әммә уның динамикаһы былтырғы менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмей бара.