2 декабрь, Йома

10 август 2016 йыл, 11:54

Торлаҡты ремонтлау күрһәткестәре буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар рәтендә — Рөстәм Хәмитов

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Торлаҡты ремонтлау күрһәткестәре буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар рәтендә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Вечерняя Уфа» гәзитенә биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне. Былтыр төбәктә 1000-дән ашыу йорт ремонтланған. 2016 йылдың тәүге ярты йыллығында — 450.

Халыҡ властың эше тураһында тап торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың торошо, идара итеүсе компанияларҙың эш сифаты, күҙәтеү органдарының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы, тотонолған аҡсаларҙың асыҡлығы буйынса фекер йөрөтә.

«Кешеләр йорттарында капиталь ремонт яһауҙарын йылдар буйына көтөүе хаҡында яҙа. Хәҙер капиталь ремонтлау өсөн түләүҙәр уларҙың иңдәренә ятыуға ҡарамаҫтан, шундай хәлдәр була. Өфөләге күп кенә ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәр, капиталь ремонт өсөн тарифтарҙың ауыр, хатта көс еткеһеҙ булыуы бер кемгә лә сер түгел, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Йыш ҡына теркәлгән авариялар, өҙөклөктәр, йәйгеһен эҫе һәм һыуыҡ һыуҙы туҡтатыуҙар кешеләрҙе асыуландыра. Халыҡ телевизор аша, үҫешкән илдәргә сәйәхәткә барған саҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың икенсе кимәлдә булыуын күрә һәм «Ни өсөн беҙҙә улай түгел? Тимәк, власть эшләп еткермәйме?» тигән һорауҙар бирә.

Республика Башлығы фекеренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы проблемалар тиҫтәләрсә йылдар дауам итә. Бынан тыш, ошо тармаҡта үҙ эшенең ысын оҫталары юҡ.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына йыш ҡына осраҡлы кешеләр килә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хәлде төҙәтеү өсөн ваҡыт кәрәк. Беҙ был йәһәттән эшләйбеҙ. Алға барабыҙ, йорттарҙы ремонтлайбыҙ».