4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2016 йыл, 10:40

Өфөлә сираттағы температура рекорды теркәлгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә сираттағы температура рекорды ҡуйылған. 9 августа Өфө – Дим метеостанцияһында иң юғары температура теркәлгән. Бынан алдағыһы — 33,9 градус, 1940 йылда күҙәтелгән. Шишәмбе термометрҙар 35,4 градус күрһәткән. Өфө гидрометүҙәге метепосында һауа температураһы — 35,3, Өфө — Аэропорт метеостанцияһында 35,5 градусҡаса күтәрелгән. Республикала иң юғары һауа температураһы 31-36 градусҡа еткән. Яҡын көндәрҙә төбәктә эҫе һауа торошо һаҡлана.

темалар: һауа торошо