7 декабрь, Шаршамбы

10 август 2016 йыл, 10:05

Күршеләр көнөндә Күмертауҙа Боҙ һарайы төҙөлөшөн тикшерҙеләр

фото: Станислав Шахов

ӨФӨ, 2016 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. 9 августа Күмертау ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә күршеләр байрамы уҙҙы. Ҡул эштәре йәрминкәһе, төрлө уйын-конкурстар, концерт программаһы ойошторолдо. Сарала 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе.

Күмертауҙарҙы байрам менән ҡаланың абруйлы ҡунағы Зариф Байғусҡаров тәбрикләне.

«Мин бынан алыҫ түгел ерҙә тыуып үҫкәнмен һәм Күмертауҙа йыш булам. Элек Көнсығыш биҫтәһе урынында барактар ғына ине, хәҙер иһә был — заманса биҫтә. Тыуған ҡалам төҙөкләндерелә, матурая, мин быға бик шатмын. Күршеләр байрамы — һәйбәт традиция. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалаларҙа күптәр үҙҙәренең күршеләрен белмәй. Ошондай сараларҙа һеҙ бер-берегеҙ менән танышаһығыҙ, аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлек бар. Күмертау урамдары буйлап йөрөгәндә спорт, яңы балалар майҙансыҡтарының барлыҡҡа килеүенә, ҡаланың таҙалығына иғтибар иттем. Халҡы ярҙамсыл һәм тыуған ҡалаһын бик ярата», — тине Зариф Байғусҡаров.

Ҡала мэры Борис Беляев үҙ сығышында 2017 йылда Күмертауҙа яңы Боҙ һарайы асыласағы тураһында һөйләне.

«Был спорт объекты төрлө кимәлдәге ярыштар һәм күләмле саралар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, ҡалабыҙҙың статусын күтәрәсәк», — тине Борис Беляев.

Байрам уҙғарылған Көнсығыш биҫтәһенә — 35 йылдан ашыу. Бында ете мең самаһы кеше йәшәй.