Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Гүзәл Аҫылова тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Гүзәл Аҫылова тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Гүзәл Наил ҡыҙы Аҫылова Өфөлә тыуған. Мәскәү коммерция институтын, һуңынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда «Өфөикмәк» икмәк бешереү берләшмәһендә он һаҡлау операторы булып башлаған. Икмәк комбинатында технолог, республиканың Ресторан, кафе һәм буфеттар тресында бухгалтер, БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы йәмәғәт туҡланыуы идаралығында, Башҡортостан Сауҙа министрлығында иҡтисадсы, ун йыл республика Хөкүмәте Аппаратында эшләгән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары булған. 2009 йылдан — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. «Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре», «Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының почетлы сауҙа хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәре бар.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть