Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала ил субъекттары араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттары әҙерләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттары әҙерләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Вечерняя Уфа» гәзитенә биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне. Етештереүселәр сифатлы ингредиенттар сығарыуға етерлек иғтибар бүлмәй, яңы ҡулайламаларҙы сафҡа индереү ваҡытын 2018-2019 йылдарға күсерә.

«Әммә беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Бына һеҙгә дәүләт стандарттары — һәйбәт битум, кешеләр интекмәһен өсөн һәйбәт ингредиенттар сығарығыҙ. Юлдар яҡшы булырға тейеш», — тине Рөстәм Хәмитов. Юл төҙөлөшө тармағындағы урлашыуҙы бөтөрөү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Йыл һайын республика етәкселеге ҡала хеҙмәттәрен юлдарҙың торошо һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыраҡ булырға, юлсыларҙың эшенә етди иғтибар бирергә саҡыра. 1 июнгә властар Өфө һәм Өфө районы юлдарын төҙөкләндерҙе. Ләкин, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әлегә тиклем байтаҡ эштәр башҡарылмаған.

«Өфөләр элеккесә юл хеҙмәте эшселәрен һәм власть структураларын тәнҡитләй. Ғәҙел тәнҡит, әлбиттә. Мин йыл һайын Салауат Юлаев проспектында ла барлыҡҡа килгән тәрән тәгәрмәс эҙҙәре тураһында һөйләп арыным. Өфө ихаталарында ла юл япмаһына бәйле хәл насар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шул уҡ ваҡытта беҙ ошо өлкәлә алға барабыҙ, юл япмаһының составына ингән ингредиенттарға яңы талаптар ҡуябыҙ. Ил субъекттары араһында тәүге тапҡыр битумға урындағы дәүләт стандарттарын әҙерләнек».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть