3 декабрь, Шәмбе

09 август 2016 йыл, 15:40

Өфөлә 2017 йылға мәктәп календары донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2017 йылға мәктәп календары нәшер ителде. Башҡорт телендәге календарҙа уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр тупланған. Бында башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы йомаҡтар, матур шиғырҙар, фәһемле әкиәттәр, үҫтереүсе уйындар, сағыу һүрәттәр, тиҫтерҙәренең ижады бирелгән.

Юғары класс уҡыусыларына Башҡортостандың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, Өфөнөң иҫтәлекле урындары, компьютер технологиялары хаҡында фәһемле мәҡәләләр, донъялағы илдәр һәм халыҡтар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, һөнәрҙәр хаҡында белешмә, афоризмдар, төрлө тестар, йәштәштәр һәм уларҙың ижады тураһында мәҡәләләр, психолог кәңәштәре, кроссвордтар, көләмәстәр, йондоҙнамә тәғәйенләнгән.

Ата-әсәләр календарҙан балалар тәрбиәләү үҙенсәлектәре һәм улар менән уртаҡ тел табыу ысулдары тураһында белә, халыҡ аҡылы, афоризмдар, ғаилә хаҡында мәҡәләләр менән таныша ала. Хужабикәләр яңы аш-һыу әҙерләү рецептарын табыр. Бында иҫтәлекле ваҡиғалар һәм даталар, юбилейҙар һәм байрамдар хаҡында ла белергә мөмкин. Сағыу итеп биҙәлгән йөкмәткеле баҫма һәр бер өйҙөң йәме булыр, тип хәбәр иттеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтендә.

      

темалар: китап сығарыу