4 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2016 йыл, 14:53

Июль айында Башҡортостанда инфляция 0,3 процент тәшкил иткән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Июль айында Башҡортостанда инфляция — 0,3, йыл башынан 3,7 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, хаҡтар 0,5 һәм 3,9 процентҡа артҡан. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыллыҡ иҫәпләмә буйынса (2016 йылдың июле 2015 йылдың июленә ҡарата) республикала инфляция — 6,3, илдә 7,2 процент кимәлендә.

Бер айҙа төбәктә аҙыҡ-түлеккә һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға хаҡтар 0,1 процентҡа кәмегән. Июль айында хеҙмәттәр 1,4 процентҡа артҡан. Статистиктар билдәләүенсә, был секторҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың күтәрелеүе һиҙелерлек роль уйнаған.