5 декабрь, Дүшәмбе

09 август 2016 йыл, 14:23

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. 9 августа көндөҙ һәм кисен республикала елдең секундына 20-25 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен йәшнәүе, ҡойма ямғыр, боҙ борсаҡ яуыуы көтөлә. Төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыуы ихтимал, шуға күрә һаҡ булыу кәңәш ителә, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

темалар: һауа торошо