Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә алдынғы райондар ашлыҡ сабыу буйынса «экватор»ҙы үтте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Республикала алдынғы райондар ашлыҡ сабыу буйынса «экватор»ҙы үтте. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 740 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 700 мең самаһы гектарҙа — һуғылған. Илеш, Мәләүез, Шаран, Дүртөйлө, Нуриман, Стәрлебаш, Саҡмағош райондарында сабыу буйынса пландың яртыһы үтәлгән. Һуңғы дүрт район да иген һуғыу буйынса «экватор»ҙы үтте.

Яҡынса 1,5 миллион тонна ашлыҡ һуғылған, гектарҙан уртаса уңыш 20,5 центнер тәшкил итә. Иң юғары уңыш Саҡмағошта — гектарҙан 31 центнер, һуғып алыуҙа стәрлетамаҡтар алда бара — 82 мең тонна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть