10 декабрь, Шәмбе

09 август 2016 йыл, 12:34

Башҡортостан кредит биреү буйынса әүҙем 10 төбәк иҫәбенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан 2016 йылдың икенсе кварталында кредитлауҙың дөйөм күләме буйынса кредит биреү йәһәтенән әүҙем 10 төбәк иҫәбенә инде. Ошо осорҙа банктар республика халҡына 22,3 миллиард һумлыҡ 225,4 мең кредит биргән. Был күрһәткес буйынса төбәк исемлектә бишенсе урынды биләй, тип хәбәр итә Берләшкән кредит бюроһы.

Бирелгән кредиттар күләме буйынса баш ҡала беренсе урында килә, икенсе урында — Санкт-Петербург, өсөнсөлә — Свердловск өлкәһе. Шулай уҡ исемлектә Краснодар крайы, Татарстан, Красноярск крайы, Ростов, Нижегород һәм Силәбе өлкәләре бар.

Тикшереүгә ярашлы, автокредит һәм ҡулаҡса алыу буйынса ла Башҡортостан тәүге унау араһында бишенсе урынды биләй.