5 декабрь, Дүшәмбе

09 август 2016 йыл, 12:01

«Өфө-Эльбрус. Вертикаль» экспедицияһында ҡатнашыусылар тыуған төйәгенә ҡайтты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Өфө-Эльбрус. Вертикаль» экспедицияһында ҡатнашыусылар тыуған төйәгенә ҡайтты. Проектты ойоштороусылар — Рус география йәмғиәте, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Юл радиоһы». Экспедицияла ҡатнашыусы Рөстәм Сиражетдинов һөйләүенсә, сәфәрҙең маҡсаты — «Өфө-Эльбрус. Вертикаль» документаль фильмын төшөрөү. Тап 50 йыл элек, 1966 йылда, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһында режиссер Станислав Говорухин етәкселегендәге ижади төркөм «Вертикаль» фильмы өҫтөндә эшләй башлай.

12 кешенән торған экспедиция Пятигорск ҡалаһында, Терскол ауылында, Чегет тауы итәгендә, «Приэльбрусье» милли паркында, Пастухов ҡаяларында һәм башҡа ҡыҙыҡлы урындарҙа булды. Ставрополдәге «Юца» үтә еңел авиация федерацияһы аэродромында ижади төркөм «Cessna» еңел самолетында Машук тауҙарын, Пятигорскиҙағы билдәле Провал күлен төшөрҙө. Терскол ауылында билдәле «Санников ере» картинаһы төшөрөлгәнен күргән кешеләр менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Бында ошо яҡтарҙа берҙән-бер иҫән ҡалған һуғыш ветераны Хажиморат Бичекуев менән осрашыу уҙҙы.

Донгуз Орун тарлауығында экспедицияла ҡатнашыусылар шул уҡ исемдәге күлдә һыу инде. Бында, 2600 метр бейеклектә, «Вертикаль» һәм «Аҡ шартлау» фильмдарының бер өлөшө төшөрөлгән. Экспедицияла ҡатнашыусылар Шхельдин тарлауығында, Тегенекли ҡасабаһында В.С.Высоцкий исемендәге Альпинизм музейында булды. Музей СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура эшмәкәре, атҡаҙанған тренер Хөсәйен Зәлиханов көсө менән булдырылған.

Экспедицияла ҡатнашыусылар, республиканың йырсы-бардтары Александр Лынник, Александр Топольников һәм Рәмил Бәҙәмшин Пастухов ҡаяларында, 4000 метрҙан ашыу бейеклектә, үҙенсәлекле концерт ҡуйҙы. Сәйәхәтселәр 5100 метрға күтәрелеп, Эльбрусҡа менеп етте. Европаның иң бейек тауы түбәһендә — Эльбруста Рус география йәмғиәте, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм «Юл радиоһы»ның флагтары елберҙәй.

Пятигорскиҙа «Юца» аэродромында дельтапланеризм буйынса Рәсәй чемпионаты ваҡытында автор йырҙары концерты үтте. Сәхнәлә Владимир Высоцкийҙың, танылған йырсылар Александр Лынниктың, Александр Топольниковтың һәм Рәмил Бәҙәмшиндың йырҙары яңғыраны.