Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала сентябрҙә БДИ тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

8 августа республиканың белем биреү ойошмаларында сентябрь айында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Сентябрҙә мотлаҡ предметтар — рус теле һәм математика (база кимәле) буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы үткәрелә.

5 һәм 14 сентябрҙә уҡыусылар рус теленән, 8-дә һәм йәнә 14 сентябрҙә математиканан һынау тота, тип хәбәр итә Рособрнадзор.

Билдәләнгән ваҡытта имтиханда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтмәгән йәки унда бер йә иһә ике мотлаҡ предмет буйынса ҡәнәғәтләнерлек билдәһен алмаған уҡыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Уҙған йылдарҙа һәм быйыл мәктәп тамамлаған, күрһәтелгән предметтар буйынса һөҙөмтәләрен яҡшыртырға теләгән уҡыусылар сентябрь айында Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнаша алмай.

Ғаризалар 22 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть