3 декабрь, Шәмбе

09 август 2016 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов рапирасы Тимур Сафинды Олимпиадала бронза миҙал яулауы менән ҡотланы

фото: Олимпия уйындары-2016 сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 8 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша һөйләшкәндә рапирасы Тимур Сафинды һәм уның тренерҙары Лира Грушина менән Руслан Нәсибуллинды Олимпия уйындарында бронза миҙал алыуҙары менән ҡотланы.

Республика етәксеһе спортсыға уңышлы сығыш яһағаны өсөн рәхмәт белдерҙе, уға һәм тренерҙарға уңыштар теләне.

– Һеҙҙе Тыуған илебеҙҙә көтәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов, һәм улар менән осрашырға теләүен хәбәр итте.

Республика Башлығы Тимур Сафин һәм уның тренерҙары исеменә ҡотлау телеграммалары ла ебәрҙе. Ҡотлауҙа былай тиелә:

«Хөрмәтле Тимур Марсель улы! Бразилияла барған ХХXI йәйге Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Донъяның төп ярыштарында юғары оҫталыҡ, рух ныҡлығы күрһәттегеҙ. Республика халҡы уңышлы сығыш яһағанығыҙ өсөн шатлана. Юғары кимәлдәге ярыштарҙа тағы ла яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын. Һеҙгә һәм илдең йыйылма командаһы ағзаларына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем!».

«Хөрмәтле Лира Рим ҡыҙы һәм Руслан Рафиҡ улы! Һеҙҙе тәрбиәләнеүсегеҙ Тимур Сафиндың Бразилияла барған ХХXI йәйге Олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайым! Ошо ҡаҙаныштың нигеҙендә тренерҙарҙың, спорт мәктәбе коллективының күп йыллыҡ хеҙмәте ята. Артабан да уның тәрбиәләнеүселәре спортта яңы сағыу еңеүҙәр менән ҡыуандырһын! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, илебеҙҙең спорт данын күтәреүҙә уңыштар теләйем».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 августа Рио-де-Жанейрола XXXI йәйге Олимпия уйындарында рапирасы Тимур Сафин шәхси зачетта бронза миҙал яуланы. Был йәш спортсының карьераһында тәүге Олимпия миҙалы булды.