5 декабрь, Дүшәмбе

08 август 2016 йыл, 17:39

Төбәктә синоптиктар август айына һауа торошо хаҡында мәғлүмәт бирҙе

фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Урып йыйыу эштәрен үткәреү буйынса штаб ултырышында синоптиктар август айына һауа торошо менән таныштырҙы. Төбәктә иң юғары 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, райондарҙа дымға ҡытлыҡ күҙәтелә, ҡайһы берҙәрендә атмосфера һәм тупраҡ ҡоролоғо теркәлгән.

Августа республикала уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә — +17-19 градус, яуым-төшөм нормаға ярашлы буласаҡ. Айҙың беренсе декадаһында уртаса температура норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ. Икенсе ун көнлөктә +16-18 градус. Өсөнсөһөндә һауа температураһының төндә +3-8 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ яуыуы ихтимал.