4 декабрь, Йәкшәмбе

08 август 2016 йыл, 17:14

Республика шашкасылары Европа беренселегендә классик программала уңышлы сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Белоруссияның Пинск ҡалаһында йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә классик программа рәсәйҙәрҙең триумфы менән тамамланды.

Биш йәш төркөмөндәге ярыштарҙа рәсәйҙәр алты алтын, алты көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Өфөләр Марсель Шәрәфетдинов һәм Руфина Таулыҡаева «алтын», уларҙың яҡташы Даниил Ильин — «бронза», Ишембайҙан Руфина Әйүпова — «көмөш» алды.

Уларҙың барыһы ла, шулай уҡ «Башнефть» шашка клубынан Кристина Осипова, Тамерлан Әхмәров, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминова милли йыйылма команда иҫәбенә мәрәй килтерҙе. Илдең Башҡортостан спортсылары ҡатнашлығындағы йыйылма командаһы 953 мәрәй туплап, команда зачетында еңеп сыҡты. Белоруссия вәкилдәре — 581, Нидерланд спортсылары 277 мәрәй йыйҙы.

8 һәм 9 августа Европа беренселегендә рапид һәм блиц буйынса ярыштар уҙа.