11 декабрь, Йәкшәмбе

08 август 2016 йыл, 16:37

Сибайҙа авария хәлендәге торлаҡтан күсеүселәр 2016 йылдың аҙағынаса яңы фатирҙар аласаҡ

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Халыҡты иҫке торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Сибайҙа авария хәлендәге торлаҡтан күсеүселәр йыл аҙағынаса яңы фатирҙар аласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Сибай хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

«Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем өс төҙөлөүсе күп фатирлы йортта 24 торлаҡ алыу һәм унда авария фондынан 70 кешене күсереү планлаштырыла. Шулай итеп, быйыл иҫке торлаҡтан күсеүселәрҙең барыһы ла яңы фатирлы буласаҡ», — тип һөйләнеләр ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлегендә.

2012 йылдың 1 ғинуарына Сибайҙа 87 күп фатирлы йорт авария хәлендә тип таныла. 2009-2016 йылдарҙа 47 күп фатирлы йорт төҙөлгән, 672 фатир һатып алынған, 1652 кеше күсерелгән. Халыҡты иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу барышында өс кимәлдәге ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ