5 декабрь, Дүшәмбе

08 август 2016 йыл, 16:11

Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе эш башланы. Биш көнгә иҫәпләнгән ҙур кәңәшмә дүшәмбе, 8 августа, баш ҡалалағы 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә асылды. Шулай уҡ был көндә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы 45-се мәктәптә, 39-сы һәм 3-сө гимназияларҙа ҡаршы алалар. Ошо дөйөм белем биреү учреждениеларының һәр береһендә кәңәшмә билдәле бер тема буйынса үтә.

Тикшереләсәк мәсьәләләрҙең диапазоны киң: «Хәҙерге заман уҡытыусыһының һөнәри үҫеш системаһы» темаһы буйынса фекер алышыу майҙансығы, мәктәптең электрон белем биреү мөхитен булдырыу, физика-математика фәндәрен уҡытыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндөң темаһы дөйөм белем биреүгә арналған.

Шишәмбе, 9 августа, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инклюзив, 10-да өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү тураһында һөйләшәсәк. 11 августа былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса мәғариф идаралығы етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрелә. Эш республика етәкселеге, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары, хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлеге етәкселәре ҡатнашлығындағы пленар ултырыш менән тамамлана. Сара йома, 12 августа, Конгресс-холда көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Көндөң тәүге яртыһында баш ҡаланың белем биреү учреждениеларына барыу ҡаралған.

Август кәңәшмәһенең тулы программаһы Башҡортостан Мәғариф министрлығының сайтында баҫылған.