9 декабрь, Йома

08 август 2016 йыл, 15:23

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы ял итеүселәрҙең һаны буйынса рекорд ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы «Республиканы ас» проекты сиктәрендә егерме туристик объект иҫәбенә инде.

Тәбиғәт паркы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, июнь айында күл буйында 13,5 мең, июлдә иһә 55,5 меңдән ашыу кеше ял иткән. Парк хеҙмәткәрҙәре контроль-үткәреү пункттарында тап шунса ял итеүселәрҙе теркәгән. Был рекордлы һан, сөнки былтыр бында 46 мең кеше килгән.

Күл буйында, туймазыларҙан тыш, Башҡортостан һәм Татарстан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре халҡы ял итә. Хатта сит илдәрҙән дә килеүселәр бар, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.