11 декабрь, Йәкшәмбе

08 август 2016 йыл, 15:00

Мексикала Башҡортостан делегацияһының Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы менән осрашыуы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мексиканың Сакатекас ҡалаһында Башҡортостандың рәсми делегацияһының Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы етәкселеге менән осрашыуы булды. Осрашыу Бөтә донъя фольклориадаһы барышында үтте, тип хәбәр итә журналист Гәүһәр Батталова.

Рәсми делегация етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов донъя кимәлендәге халыҡ ижады форумына саҡырғандары өсөн Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Өфөлә 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты булдырыла, тип хәбәр итте ул. Уға республика, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, илдең Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы ағзалары инә.

«Алдыбыҙҙа ҡатмарлы бурыс тора, әммә беҙҙең күләмле форумдар уҙғарыу тәжрибәһе ҙур. Шуға күрә был эште башҡарып сыға алырбыҙ тип ышанабыҙ. 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһында бөтә донъянан йөҙҙән ашыу коллективтың ҡатнашыуы көтөлә», — тип билдәләне вице-премьер һәм 2017 йылда Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы етәкселеген «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестиваленә саҡырҙы.

Һөйләшеүҙәр барышында рәсми документҡа — 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында килешелде. Осрашыу 2016 йылдың октябрендә Италияла уҙа. Яҡтар билдәләүенсә, бөгөн мәҙәниәт — төрлө илдәрҙе берләштергән берҙән-бер звено.

Осрашыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республика Хөкүмәте министры Руслан Мирсаяпов һәм Халыҡ-ара сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы президенты, Фольклориада комитеты рәйесе Уго Ифран ҡатнашты.

7 августа Сакатекас ҡалаһының тарихи үҙәгендә Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы булды һәм Башҡортостанға форумдың флагы тапшырылды. Фольклориада тамамланғас, башҡорт артистары мәҙәни форумдың икенсе өлөшөндә — Веракрус штатында Mexico Festival CIOFF исемле сарала ҡатнаша. Башҡа ҡатнашыусылар Мексиканың 15 штатында сығыш яһай. Mexico Festival 14 августа Мексика Ҡушма Штаттарының баш ҡалаһында ҙур гала-концерт менән тамамлана.