4 декабрь, Йәкшәмбе

08 август 2016 йыл, 11:11

Борай районында һарыҡ итен эшкәртеү буйынса мини-завод төҙөү күҙаллана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Борай районына эш сәфәре барышында Шүнәк ауылында Ҡәҙим Фәрхетдиновтың крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Хужалыҡ 2011 йылдан эшләй һәм романов тоҡомло һарыҡтар үрсетеүгә махсуслаша.

Беҙгә эште нулдән башларға тура килде, тип һөйләне хужалыҡ етәксеһе. Алты йыл эсендә һарыҡтар 15-тән 1500 башҡа еткерелгән, шул иҫәптән 800 инә һарыҡ. Былтыр 3 150 килограмм йөн һәм 73,5 тонна ит алынған. 2013 йылда Ҡәҙим Фәрхетдинов республиканың яңы эш башлаған фермерҙарына булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, 1,31 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсалар ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға йүнәлтелгән.

Фермер инә һарыҡтар һанын арттырырға һәм ит эшкәртеү буйынса мини-завод һалырға ниәтләй.

– Яҡшы план, әммә уны тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам кәрәк. Бүздәктә фермерҙар теплицалар төҙөй башланы, 1 миллиард һум аҡса һалдыҡ. Һеҙҙең фермағыҙҙың сығымы оҙағыраҡ ҡапланасаҡ. Был ҡыяр һәм помидор түгел. Тимәк, икенсе льготалар һорау зарур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо проектты бер ун йылға иҫәпләргә кәрәк. Беҙ ярҙам итербеҙ.

Район активы менән осрашыуҙа сығыш яһап, төбәк Башлығы әлеге башланғысты хупланы һәм муниципалитеттың ауыл хужалығын үҙгәртеү кәрәклеген билдәләне.

– Республиканың үҙәк райондарында ҡош итен етештереүгә, ваҡ малға – кәзә-һарыҡтарға бәйле производствоға яңыса ҡарай башланылар. Төньяҡ райондарҙа ла ошоға оҡшаш варианттарҙы табырға тырышырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.