9 декабрь, Йома

05 август 2016 йыл, 17:34

Өфөлә асыҡ һауала CinePromo ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 6 августа Өфөлә асыҡ һауала CinePromo фильмдар фестивале ойошторола. «CinemaCar» автомобиль кинотеатры өфөләр өсөн илебеҙҙә төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы фильмдар программаһын әҙерләгән. Кинотаҫмалар — халыҡ-ара фестиваль призерҙары.

Фильмдарҙы 6 августа киске 9-сы яртынан төнгө 3-сө яртыға тиклем ҡарарға мөмкин. Автокиноклуб Коммунистик урамы яғынан Ҡунаҡһарай парковкаһында урынлашасаҡ. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы дуҫтары, туғандары, балалары менән көтәләр.

«Һәр кемде, хатта машинаһыҙ кешеләрҙе күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ! Үҙегеҙ менән ултырғыс, шезлонг алып килегеҙ!», — тип саҡыра ойоштороусылар «Бәйләнештә».  

темалар: кино