4 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2016 йыл, 16:33

Башҡортостанда «Музейҙар сәскәлеге» республика акцияһы дауам итә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Музейҙар сәскәлеге» республика акцияһы дауам итә. Ул быйыл II Республика музейҙар форумында иғлан ителде. Маҡсаты — музейҙарҙа ижади мөхит булдырыу, биләмәләрен төҙөкләндереү.

Был акцияла республиканың бик күп музейҙары ҡатнаша. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында ике «Альп тауҙары» барлыҡҡа килгән. Унда бер йыллыҡ сәскәләр үҫә. «Альп тауҙары» төрлө төҫтәге йәшмә менән биҙәлгән һәм төҫһөҙ лак менән буялған. Бина эргәһендә ағастар, шулай уҡ бер һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртылған.

Йыл һайын Надеждино ауылындағы Аксаковтар ғаиләһе музейы алдында 30-ҙан ашыу сәскә үҫентеһе сәселә. Төп сәскәлектә сауыр (мәңге йәшел ылыҫлы ҡыуаҡ), күп йыллыҡ мимоза, нарцисс, пион үҫә. Бер йыллыҡ сәскәләр араһында петуния һәм бархатцы бар, улар сентябрь аҙағынаса сәскә ата. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың музейы янында сәскәле сквер булдырылған. Бишбүләк тарих һәм этнография музейы ихатаһында ҡатнаш сәскәлектәр һәм ҡыуаҡлыҡтар бар. Иристар аллеяһы космонавт Андриян Николаев ултыртҡан ҡайынға алып бара.