7 декабрь, Шаршамбы

05 август 2016 йыл, 15:30

Баш ҡалала яңы температура рекорды теркәлгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 4 августа Өфөлә яңы температура рекорды ҡуйылған. Башгидромет хәбәр итеүенсә, кесаҙна Өфө-Дим метеостанцияһында 35,5 градус эҫелек теркәлгән. Иң юғары температура 1938 йылда тәшкил иткән — 33,4 градус.

4 августа Өфө-Аэропорт метеостанцияһында һауа температураһы 35,9 градусҡа еткән. Кисә Мәләүездә термометр — 37,1, Стәрлетамаҡта 37,2 градус күрһәткән. Белорет районында иң юғары температура 28,8 градус тәшкил иткән. Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүен вәғәҙәләй.

темалар: һауа торошо