3 декабрь, Шәмбе

05 август 2016 йыл, 14:25

Башҡортостанда ашлыҡтан яҡшы уңыш көтөлә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яҡынса фараздар буйынса, Башҡортостанда ашлыҡтан яҡшы уңыш алыу көтөлә. Республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына биргән интервьюһында Башҡортостан Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов ошо хаҡта белдерҙе.

«Уңышҡа, айырыуса ужым культураларына өмөт ҙур. Бөгөнгә игенселәр миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйған, уның күпселек өлөшө ужым бойҙайына тура килә. Әле һәр гектарҙан уртаса 21,1 центнер уңыш алына. Саҡмағош районында был күрһәткес 31,1 центнерға етә», — тине вице-премьер.

Быйыл ужым арышы ла үҙен аҡланы. Уңышы бойҙайға ҡарағанда бер аҙ кәмерәк булһа ла, быйыл уның хаҡы һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр илдең иген баҙарында бойҙай хаҡынан артып китеүе ихтимал.

«Һауа шарттарының яҡшы булыуы арҡаһында ужым культураларын иртә йыя башланыҡ. Әлбиттә, беҙ быға бик шатбыҙ. Сөнки был урып йыйыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, иң мөһиме, юғалтыуһыҙ тамамларға мөмкинлек бирә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Мөхәмәтдинов.

Көҙ башланғансы баҫыуҙарҙан бөтә ужым һәм яҙғы, ҡуҙаҡлы культураларҙың яҡынса 75 процентын йыйып алыу мөһим.

«Яҙғы иген буйынса фараздар ҡыуаныслы түгел: көндәрҙең эҫе тороуы ашлыҡты киптерә. Һандарға килгәндә, ужым игенен иҫәпкә алып, өс миллион тоннанан ашыу. Шуның менән бергә республиканың ҡеүәте киләсәктә дүрт миллион тонна ашлыҡ алыу хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә», — тип өҫтәне вице-премьер.