Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөнөң рәсми пляждары эшкәртелгән һәм хәүефһеҙ — «112» ҡотҡарыу хеҙмәте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«112» ҡотҡарыу хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөләге ун рәсми ял итеү урындары эшкәртелгән һәм хәүефһеҙ. Һыу инеү миҙгеле башланыр алдынан барлыҡ пляждарҙа ла дератизация, дезинфекция һәм зарарһыҙландырыу үткәрелгән, һыу ятҡылыҡтарының төбө тикшерелгән һәм таҙартылған.

Ай һайын Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың һыу ятҡылыҡтарын тикшерә. Июлдә күрһәткестәр нормаға ярашлы булған. Әле 2 августа алынған һыуҙың сифаты тикшерелә, һуңынан һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.

Быйыл баш ҡалала «Ҡояшлы», «Сипайлово Сочиһы», «Ҡояш яры», «Ҡашҡаҙан», «Шарлауыҡ», «Ҡомло», «Ожмах яры», «Гольфстрим», «Матур» һәм «Карьер» пляждары эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть